02:50 (UTC+5), 24 Августа 2017

Социаль өлкә учреждениеларын ҡыҫҡартыу һорауҙарына үтә нәзәҡәтле ҡарарға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитет етәкселәрен социаль өлкә учреждениеларын ҡыҫҡартыу һорауҙарына ентекле тикшереп һәм уйлап ҡарарға саҡырҙы.
Уның фекеренсә, иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеп, юрый социаль көсөргәнешлек усаҡтарын булдырырға кәрәкмәй.
- Оптималләштереү һорауҙарын – әгәр ул һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа ҡағылһа – үтә нәзәҡәтле ҡарарға кәрәк. Хәҙер ниндәйҙер бер яйға һалынған, эшләп килгән система бар. Шуға граждандарҙы ярһытырға, уларҙың асыуына тейергә кәрәкмәй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бындай сараларға сикке осраҡтарҙа ғына барырға мөмкин, мәҫәлән, башланғыс мәктәптә ике йәки өс уҡыусы ҡалғанда йә иһә бала табыу бүлегендә йыл дауамында ни бары йөҙ сабый тыуғанда, ә акушерҙарҙың квалификацияһы заманса талаптарға тап килмәгәндә. Был йәһәттән маҡсатҡа ярашлы булыу, балаларҙы һаҡлап ҡалыу ҡарашынан эш итәсәкбеҙ. Әммә ҡайһы берҙә уйлап сығарылған экономиялау артынан ҡыуып, ҡатмарлы ҡыҫҡартыу юлына барырға кәрәкмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика