09:24 (UTC+5), 24 Августа 2017

«Бал менән буялған»: Башҡортостанда йәшәүсе ир-игет умарталыҡҡа сил ил волонтерҙарын саҡыра

автор
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡабул итергә әҙерләнгәндә, Ғафури районында айырым алынған умарталыҡ сит ил кешеләре өсөн тартылыу үҙәгенә әйләнде. Өсөнсө йыл Зиннур Төхвәтуллин волонтерлыҡ программаһында ҡатнаша – уға умартасылыҡ нигеҙҙәренә өйрәнеү өсөн донъяның төрлө мөйөштәренән ҡунаҡтар килә. Теләүселәрҙән ял юҡ – төпкөл башҡорт ауылын күреү өсөн бер нисә ай алдан сиратҡа яҙылалар.
«Беҙҙә умарталыҡта гел генә берәйһе йәшәне. Әммә урындағы хеҙмәткәрҙәргә түләргә кәрәк, ә ирекмәндәр тәжрибә өсөн эшләй, — тип һөйләй умартасы. — Миңә лә ҡыҙыҡ: сит илгә бара алмайым, ә бында үҙе сит ил, үҙемә киләләр тип әйтергә мөмкин».
Умартасының һүҙҙәренсә, умарталыҡҡа эшләргә килгәндәрҙең күптәре «үҙен эҙләй». Йәш кешеләр үҙҙәрен төрлө профессияла һынап ҡарап, донъя буйлап йөрөй. Әммә махсус рәүештә – артабан эшләү өсөн тәжрибә алырға, белемен арттырырға килгәндәр ҙә бар.
Сит ил волонтерҙарының умарталыҡтағы тормошо тураһында тулыраҡ «Ижтимағи электрон гәзит» материалында уҡый алаһығыҙ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика