07:34 (UTC+5), 22 Августа 2017

2018 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә мобиль элемтә һәм асфальт юл барлыҡҡа киләсәк

Станислав Шахов
Станислав Шахов
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Шүлгәнташ мәмерйәһе тирәһендә асфальттан юл һалыу һәм ышаныслы мобиль элемтә мәсьәләһе – ул яҡын ваҡыт эсендәге эштәр. Был турала «Башинформ» агентлығына интервьюла Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләне.
- Республика Башлығының ҡушыуы буйынса кордон тирәһендә ретранслятор ҡуйылды, унда 200-300 метр самаһы «Билайн»дан интернет эшләй. Етеҙ генә, WhatsApp аша шылтыратырға лә мөмкин. Заманса элемтә булһын өсөн унда бағана ҡуйыу мәсьәләһе буйынса элемтә операторҙары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был ошо һәм киләһе йылда эшләнә торған эштәр, — тине ул.
Август аҙағында Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем юл экспертизаһынан проекттың әҙер булыуын көтөләр. Рөстәм Шәриповтың һүҙҙәренсә, хакимиәт тиҙ генә һатып-алыуҙар уҙғарырға һәм эштәрҙе быйыл башларға күҙаллай. Алдан РБК-Өфө сайты һөйләүенсә, проекттың хаҡы 120 миллион һум самаһы тора.
Интервьюның тулы тексын һылтанма буйынса уҡый алаһығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика