11:31 (UTC+5), 21 Август 2017

Сибайҙа Башҡорт гуманитар колледжы асылды

Башҡорт гуманитар колледжы
Башҡорт гуманитар колледжы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан республикала яңы белем биреү йорто асылды – Сибайҙа Башҡорт гуманитар колледжы эшләй башланы. Ул урта һөнәри белем биреү һөнәрҙәре буйынса кадрҙар әҙерләйәсәк, шулай уҡ белгестәрҙең курс әҙерлеген һәм ҡайтанан әҙерлеген ғәмәлгә ашырасаҡ. Колледж директоры Рим Хәсәновтың әйтеүе буйынса, бында «Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу» (квалификация — юрист) һөнәре буйынса урта профессиональ белем биреү программалары уҡытыла. Уҡыу ваҡыты – ике йыл да 10 ай (9 кластан һуң) һәм 1 йыл да 10 ай (11 кластан һуң). Мәктәптәге уҡыуҙы (10-11 кластар) колледждағы ситтән тороп уҡыу менән бергә алып барырға мөмкин. 9 һәм 11 класты тамамлаусылар БДИ-һыҙ колледжға инә, һуңынан – ҡыҫҡартылған программа буйынса – юғары уҡыу йортона инә. Уҡыу формаһы – көндөҙгө, ситтән тороп һәм дистанцион.
Шулай уҡ граждандарҙан «Ислам теологияһы» программаһы буйынса уҡыуға ғаризалар ҡабул ителә. Ошо программа буйынса колледжды тамамлаусылар «Ислам теологияһы» һөнәре буйынса ҡайтанан әҙерлек тураһында икенсе диплом ала. Ике диплом да дәүләт өлгөһө булған документтар. Документтар киләһе ҡалаларҙа ҡабул ителә:
- Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 33а, 4-се ҡат, телефон: (347) 273-19-68;
- Сибай ҡалаһы, Цеткинурамы, 10, (8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ҡабул итеү бүлмәһе, көн һайын көндөҙгө сәғәт 4-тә), телефон: 8-965-659-91-72;
- Учалы ҡалаһы, К. Маркс урамы, 2, телефон: (34791) 6-06-81).
Документтарҙы ҡабул итеү ваҡыты сикләнмәгән. Ситтән килеүселәргә дөйөм ятаҡ бирелә.
Тулыраҡ мәғлүмәт колледж сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика