02:13 (UTC+5), 21 Августа 2017

Башҡортостанда үҙенсәлекле парк асылды: унда вертолет штурвалы артында ултырырға мөмкин

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Күмертау ҡалаһында республикала тәүге «Вертолет» авиация техникаһы паркы асылды. Парктың «Рәсәй вертолеттары» холдингының Күмертау авиация етештереү предприятиеһы заводы биләмәһендә урынлашыуына ҡарамаҫтан, унда ирекле инергә мөмкин. Әлегә музей-паркта биш экспонат – өс Ка-26 вертолеты, Як-40 самолеты һәм хатта пилотһыҙ Ту-141 бар, һуңғыһы етди серлелек нигеҙендә шулай уҡ Күмертауҙа сығырылған. Парктағы булған бөтә техниканы тотоп ҡарарға, шулай уҡ легендар вертолеттар һәм самолеттар штурвалы артында ултырып алырға мөмкин. Паркты асыу тантанаһы Күмертау ҡалаһы көнөн, «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәтенең 55 йыллығын һәм Рәсәй Һауа флоты көнөн билдәләү менән тап килде.
«Беҙ бөгөн ошо иҫ киткес авиация паркын асабыҙ. Был парк – тәү сиратта балаларыбыҙ һәм йәштәребеҙ өсөн. Техник юғары уҡыу йорттарыбыҙҙа авиация һәм вертолет эшенә яңы уҡырға теләүселәр барлыҡҡа килер тип уйлайым. Бөгөн беҙгә бик ныҡ инженерҙар – ошондай техника төрҙәрен проектлай һәм эшләй алған квалификациялы, етди кешеләр кәрәк», — тине паркты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Ҡала булдырыусы предприятиеһындағы эштәрҙең торошо оптимизм уята, тип билдәләне республика Башлығы заводсыларҙы һәм ҡала халҡын байрам менән ҡотлап.
«Биш йыл элек, 50 йыллығын билдәләгәндә беҙҙең кәйеф яҡшыларҙан булманы, сөнки завод тулы ҡеүәттә эшләмәй, ҙур бурыстар, проблемалар бар ине, — тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн, биш йыл үткәс, беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ һәм заводтың яңыса эшләп килеүен аңлайбыҙ. Иртәгәге көнгә ҙур ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек биргән һәйбәт етештереү программаһы, эш урындары, перспективалар бар. «Рәсәй вертолеттары» концерны, предприятие етәкселеге менән хәл насараймаһын, ә тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн даими рәүештә эшләйбеҙ».
«Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» идара итеүсе директоры Юрий Пустовгаровтың һүҙҙәренсә, 2017 йылдың 1 ғинуарынан предприятиела эш хаҡы 26 процентҡа артты – ул Рөстәм Хәмитовтың «Рәсәй вертолеттары» холдингы етәкселеге менән осрашыуынан һуң булды.
«Был ҡарарҙың дауамы бар: 1 сентябрҙән бөтә инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә һәм эшселәргә 21 процентҡа эш хаҡын арттырабыҙ, — тип өҫтәне Юрий Пустовгаров. — Шулай итеп, 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр ошондай ҙур аҙым яһайбыҙ һәм унда ғына туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ».
Паркты асыу тантанаһында Күмертау заводы ветерандары ла ҡатнашты. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре менән республика Башлығы шәхсән рәүештә аралашты. Мәҫәлән: ҡаланың почетлы гражданы Нәүғәт Тереғолов менән. Үҙенең абруйлы – 87 йәшенә ҡарамаҫтан - инженер һәм уйлап табыусы әле лә 35 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан предприятие мәнфәғәтендә хеҙмәт итә. Нәүғәт Тереғолов заводсыларға вертолеттар етештереүҙә һәм файҙаланыуҙа килеп тыуған техник һәм теоретик мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика