02:17 (UTC+5), 17 Август 2017

Мәскәү дәүләт университеты студенттары Шүлгәнташ мәмерйәһендә яңы һүрәттәр тапҡан

Ғилми Рәсәй
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты студенттары Башҡортостан (Шүлгәнташ) һәм Силәбе өлкәһе (Игнатьев) мәмерйәләрендә палеолит осорона ҡараған һүрәттәрҙең фрагменттарын тапҡан. Мәскәү дәүләт университетының археология кафедраһы доценты, тарихи фәндәр кандидаты Владислав Житенев етәкселегендә экспедиция һөҙөмтәләре «Ғилми Рәсәй» порталында баҫылған.
«Мәмерйә диуарҙарында яңы художество тәжрибәләренең эҙҙәрен асыу быйылғы эш һөҙөмтәләренең береһе булды, — тип һөйләй Шүлгәнташ мәмерйәһендәге эш һөҙөмтәһе тураһында Владислав Житенев. — Шул иҫәптән алдан һүрәттәр йәки уларҙың фрагменттары теркәлмәгән урындарҙа».
Студенттар тапҡан һүрәттәр һыҙаттарҙан, бармаҡ эҙҙәренән йәки устың аҫҡы өлөшөнән тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер рәсемдәрҙә тәүге һүрәттәр юрый юйылған, улар буйынса хайуандарҙың һындары һәм билдәләр төшөрөлгән.
Мәмерйәләге байтаҡ һүрәттәр – ул билдәһеҙ ҡыҙыл пигмент таптары, йыш ҡына улар йыуылған һындар, юйылған һүрәттәрҙең ҡалған өлөштәре, өлөшләтә палеолит осорондағы һынлы сәнғәт эшмәкәрлегенең эҙҙәре. Улар йөнлө мөгөҙморон, бизон, ат һәм мамонттарҙың һүрәттәре менән тап килә. Мәмерйәлә кеше һәм хайуан һыҙатлы балыҡ һәм йәнлек һындары ла бар.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика