11:05 (UTC+5), 15 Августа 2017

Башҡортостанда энтеровирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу линия» асылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова. Башҡортостанда Кеше именлеген һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү эштәре буйынса федераль хеҙмәт энтеровирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса ҡыҙыу линия асты. Һорауҙарҙы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-800-100-47-67 телефоны буйынса бирергә мөмкин.
Төркиә Республикаһы курорттарында энтеровирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары тураһындағы хәбәрҙәр менән бәйле ҡыҙыу линия ойошторолдо. Ведомство белгестәре граждандарҙың энтеровирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм ауырыу сиптомдары хаҡында һорауҙарына яуап бирәсәк.
Энтеровирус инфекцияһы – энтеровирустар тыуҙырған ауырыу, ул тышҡы мөхиткә бирешеп бармай. Энтеровирустар түбән температураларҙы яҡшы үткәрә: һыуытҡыс шарттарында – бер нисә аҙна дауамында, һыу үткәргесе һыуында – 18 көн, йылға һыуында – ай самаһы, ағып торған таҙартылған һыуҙа ике ай һаҡлана.
Инфекцияны ауырыу йәки һау йөрөтөүсе кеше генә тарата ала. Бәләкәй балаларға вирус һыу, аҙыҡ-түлек аша эләкһә, уны биҙ тиҙ арала йоҡтора. Энтеровирус сирен һыу, көнкүреш, һауа-тамсы юлдары аша йоҡторорға мөмкин. Инфекцияны йоҡтороу факторҙарына һыу, йәшелсә, бысраҡ ҡулдар, уйынсыҡтар, тышҡы мөхит объекттары инә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика