Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2017, 06:43

Рөстәм Хәмитов: «Башҡорт теле республикабыҙҙа өйрәнеләсәк»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.Өфөләге Конгресс-холда Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе күтәрелде. Башҡорт теле республикала өйрәнеләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.
«Киләһе нәмәгә иғтибар итәһем килә. Беҙгә башҡорт телен уҡытыу сифатын яҡшыртырға кәрәк. Бер кемгә лә сер түгел, ҡала мәктәптәрен тамамлаусылар йыш ҡына, уҡып бөтөп, башҡорт телендә һөйләшергә лә, яҙырға ла белмәй. Ябай һөйләмдәр ҙә төҙөй, башҡорт телендә ябай ғына үтенестәр менән дә мөрәжәғәт итә алмай, был шулай, — тине республика Башлығы . — Һис шикһеҙ, методиканы яңынан ҡарарға кәрәк, икенселәй башҡорт телен өйрәнеүгә килеп булмай. Көсләп грамматика, яҙыу нигеҙҙәренә өйрәтергә кәрәкмәй, әммә башҡорт теле туған теле булмағандарға башҡорт теленең нигеҙҙәре кәрәк».
Бер үк ваҡытта ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән эш алып барыу зарур.
«Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ, шуға әгәр мәктәптәрҙә вариант йәһәтенән аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылһа, бынан бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ, тик яҡшы ғына буласаҡ. Балалар тел мөхитенә йәлеп ителәсәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Эйе, закондар бар, беҙ уларҙы, федераль дәүләт мәғариф стандарттарын үтәргә тейеш. Бер үк ваҡытта аңлайбыҙ, беҙҙә 29 процент башҡорт халҡының бар. Татар халҡы – 25 процент, 100 меңдән ашыу сыуаш, мари йәшәй. Туған телдәрҙә һәм туған телгә уҡытыу өсөн шарттар булдырырға тейешбеҙ. Ошо бөтә мөмкинлектәр ҙә бөгөн беҙҙә бар. Республикала туған телдәр өйрәнеләсәк. Бөгөн закон талаптарына ярашлы яңыртыу, үҙгәртеү процестарына тыныс ҡына, аңлы рәүештә, бәхәсһеҙ барырға тейешбеҙ».
Башҡортостан Башлығының һүҙҙәренсә, баланың, ата-әсәнең был осраҡта башҡорт теленә өйрәнеү теләге булмаһа, икенсе фән буйынса белем биреү өсөн шарттар булдырыласаҡ.
«Ата-әсәләр йәмәғәтселегенә мөрәжәғәт итәм: башҡорт теленә ярҙам кәрәк. Башҡорт теленең дәүләт статусы, башҡорт теленә уҡытыу бурысы – ул үҙ ваҡытында башҡорт теленә ярҙам булды. Ул юҡҡа сығып барҙы. Кешеләр телебеҙҙә тик ғаиләләрендә, һаҡсыл ғына һөйләште. Шуға ошо һорауға, әйҙәгеҙ, аңлы рәүештә ҡарайыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы . — Белем биреү стандарттарының талаптарын үтәйәсәкбеҙ. Беҙ уларҙы үтәргә тейеш. Әммә белем биреү стандарттары сиктәрендә туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге бар. Башҡорт теленең киләсәге бар тип ышанам, хәүеф сигендә булһа ла. Башҡа туған телдәр ҙә яҡшы перспективаға эйә. «Конституция тарафынан Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының хоҡуҡтары яҡланған», тип әйтелгән. Бөгөн беҙ уйлап, тыныс ҡына, арттырыуҙарһыҙ дөрөҫ ҡарар табырға тейеш. Беҙ уны табасаҡбыҙ».
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: