12:17 (UTC+5), 11 Августа 2017

Өфөлә уҡытыусылар кәңәшмәһе сиктәрендә туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙеләр

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Мәғариф буйынса республика уҡытыусылар кәңәшмәһе сиктәрендә Өфөлә республика район һәм ҡалаларының мәғариф идаралығы органдары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары эшләй башланы. Уларҙың берәүһе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы нигеҙендә үтә. Тикшереүгә Башҡортостанды дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе өйрәнеүҙе һәм туған телдә уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһе сығарылды.
Белем биреү процесының яңылыҡтары тураһында республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һөйләне.
Министрҙың һүҙҙәренсә, дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы мәғариф өлкәһендә төбәк компоненты мәктәптәргә үҙҙәренең ҡарамағына тапшырылған. Хәҙер уҡытыу учреждениеһы хакимиәте үҙаллы үҙенең уҡытыу пландарын билдәләргә хоҡуҡлы: ниндәй яңы фәндәр индерергә һәм уларҙы ниндәй күләмдә өйрәнергә. Шул уҡ ваҡытта мәктәптең белем биреү ойошмаһының коллегиаль органдары ризалығынан сығып яңы уҡытыу фәндәрен индерергә хоҡуғы бар. Коллегиаль органдарҙың составы мәктәп уставында яҙылған. Уға уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты, уҡыусылар советы инә ала.
«Беҙҙең, йәғни Мәғариф министрлығының, мәктәптәргә көсләп ҡушырға һәм хатта кәңәш бирергә хоҡуғыбыҙ юҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе.
Бөгөнгө көнгә республикала 14 телде өйрәнеү мөмкинлеге бар, тип хәбәр итте Гөлназ Шафиҡова. Уларҙың алтыһында: рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари һәм удмурт телдәрендә уҡытыу алып барыла. Башҡортостан –украин телен һәм ивритте уҡытыу, ә иң мөһиме өйрәнергә теләүселәр булған Рәсәйҙәге берҙән-бер төбәк, тип өҫтәне ул.
«Тел — ул балаларыбыҙҙың тағы ла бер конкуренция һәләтлеге механизмы», — тине министр, республиканың туған телдәрен өйрәнергә теләүсе уҡыусыларҙың һанын арттырыуға ҡыҙыҡһыныуына иғтибар бүлеп. Сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, ул хәҙер күп нәмәнең уҡытыусыларҙан торғанын билдәләне. Уҡытыусы үҙ фәненә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ҙур белем биреү форумының «Башҡортостан Республикаһында белем биреү системаһын камиллаштырыу» темаһына арналған пленар өлөшө 12 августа Өфөләге Конгресс-холда үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика