05:24 (UTC+5), 10 Августа 2017

Республикала Мәғариф министрлығы «Алға киткән ата-әсәләр» менән кәңәшләшәсәк

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда август кәңәшмәһендә тәүгә ата-әсәләр өсөн майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Ошо хаҡта кисә уҡытыусылар кәңәшмәһенә арналған матбуғат конференцияһында республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова белдерҙе.
«Тәүге тапҡыр ата-әсәләр өсөн майҙансыҡ ойошторабыҙ. Унда 1 июндә ата-әсәләр форумына килгәндәрҙе йыябыҙ. Ата-әсәләр «Башҡортостан Республикаһының алға киткән ата-әсәләре» ижтимағи ойошмаһын булдырырға ниәтләй, — тип билдәләне министр. — Әле ойошма рәсмиләштереү осоронда, әммә беҙҙең пландарҙы, сараларҙы, яуаплылыҡты һәм финанслауҙы тикшереүгә ваҡыт. Улар беҙгә мәсьәлә ҡуйҙы, беҙ аныҡ эш алып барырға, юл картаһын тикшерергә әҙер».
Ойоштороласаҡ ойошма Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Ата-әсәләр советы сифатында өйрәнелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. Ата-әсәләрҙән уларҙың хоҡуҡтарына ҡағылышлы Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән һәр норматив документ буйынса үҙ ҡарашын белдерәсәктәрен көтәләр. Ведомство ата-әсәләрҙең белем биреү проценсын ойоштороу буйынса тәҡдимдәрен тыңларға әҙер.
Мәғариф өлкәһендә төп сараларҙың береһе – 11-12 августа үтәсәк уҡытыусылар кәңәшмәһе. Ҙур уҡытыусылар форумының темаһы – «Башҡортостан Республикаһында белем биреү системаһын камиллаштырыу». Уның эшендә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм урта махсус белем биреү йорттары директорҙары, хакимиәт башлыҡтары һәм уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, ҡала һәм район мәғариф бүлеге етәкселәре, ғилми һәм педагогик йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Быйылғы уҡытыусылар кәңәшмәһе эшендә башҡа үҙгәрештәр ҙә көтөлә.
«Алдан 10 йыл дауамында райондар буйлап йөрөһәк, быйыл уны Өфөлә үткәрәбеҙ. Ул спикерҙарҙы республиканан ғына түгел, Рәсәйҙән дә саҡырыу менән бәйле. Быйыл уҡытыусылар кәңәшмәһе ике көн дауамында үтәсәк», — тип хәбәр итте министр. Гөлназ Шафиҡова бөтә кадр һәм идаралыҡ мәсьәләләрен 5-6 октябрҙә Уҡытыусылар съезында тикшерергә хәл ителеүен аңлатты. Һорауҙарҙың бер өлөшө Өфөлә 23-25 октябрҙә үтәсәк «Киләсәк мәғарифы» халыҡ-ара форумына күсерелгән.
Уҡытыусылар кәңәшмәһенең тәүге көнөндә профессиональ белем биреүҙе ойоштороу менән ҡыҙыҡһынған кешеләр йыйыласаҡ. Кәңәшмә эшендә Мәскәүҙән Рәсәй Мәғариф академияһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
«Алдынғы технологиялар өсөн эш кадрҙары» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә төбәктә алдынғы 50 һөнәр барлыҡҡа килде һәм ойошмаларҙың байтаҡ өлөшө ихтыяжлы һәм перспективалы һөнәрҙәр буйынса үҙҙәренең әҙерлек эшен яңынан ҡора», — тип хәбәр итте министр.
Август кәңәшмәһе программаһының тәүге көнөндә туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса методистар менән эш уҙғарыласаҡ. Өфөнөң Конгресс-холында уҙасаҡ уҡытыусылар кәңәшмәһенең икенсе көнөндә төрлө йүнәлештәр буйынса һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары ойоштороласаҡ. Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә Рәсәй Мәғариф академияһы рәйесе урынбаҫары, Мәскәү дәүләт университетының социаль психология факультеты деканы Юрий Зинкченко доклад менән сығыш яһаясаҡ. Бынан тыш, уҡытыусылар кәңәшмәһе сиктәрендә өҫтәмә белем биреүгә арналған күргәҙмәләр уҙасаҡ. Август кәңәшмәһе республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү менән тамамланасаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика