Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2017, 12:00

Башҡортостан Рәсәйҙә беренселәрҙән булып балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәттәр системаһын булдырасаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Федерацияһының ике субъекты – Башҡортостан Республикаһы һәм Вологда өлкәһе – балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе һынап ҡараусылар сифатында һайланған.
Өфөләге Конгресс-холда «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ҡарау буйынса мәктәпкәсә белем биреү һәм хеҙмәттәр күрһәтеү системаһында ата-әсәләрҙең, балаларҙың, тәрбиәселәрҙең һәм эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау» темаһына арналған семинар үтте.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Социаль сәйәсәт буйынса эксперт советының эшсе төркөмө етәксеһе Сергей Рыбальченко һәм Социаль педагогтар һәм хеҙмәткәрҙәр союзы башҡарма директоры Марина Ильина республика район-ҡалаларынан йыйылған семинарҙа ҡатнашыусыларға Рәсәйҙәге яңы хеҙмәтте индереү технологияларын аңлатып бирҙе.
«Һынау төбәктәре сертификациялау системаһы һәм социаль бала ҡараусыларҙы уҡытыуҙан башлап, бала ҡарау буйынса белгестең яңы профессиональ стандартын ҡабул итеү менән тамамлап төрлө һорауҙарҙы тикшереү өсөн кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Рыбальченко, шул уҡ ваҡытта хәҙер булған кесе тәрбиәсенең йәки тәрбиәсе ярҙамсыһының профессиональ стандарттары бында тап килмәй, сөнки был белем биреү түгел, ә социаль хеҙмәт, тип билдәләне».
Үҙенең таныштырыу эшендә эксперт Көнбайышта балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәт күрһәтеү хаҡында тулыраҡ һөйләне. Спикерҙың һүҙҙәренсә, унда ошо социаль хеҙмәт менән бөтә балаларҙың яртыһы (Рәсәйҙә тик 24 проценты) ҡуллана. Бынан тыш, Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ баланы ҡарау буйынса декрет ялында уртаса 18 ай ултыра, ә Францияла, мәҫәлән, ни бары 12 ай. Йәғни, Рәсәй әсәләре эшкә иртәрәк сыға алмай һәм нәҡ «социаль бала ҡараусы» кеүек ошо хеҙмәт менән социаль хеҙмәткәрҙәр ошо мәсьәләлә ярҙам итә ала һәм шулай итергә тейеш тә, тип иҫәпләй Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һайланған теманың мөһимлеген һәм көнүҙәклеген билдәләне, сөнки баланы ҡарау буйынса хеҙмәттәр туранан-тура демографик хәлгә тәьҫир итә.
«Социаль бала ҡараусы» хеҙмәте балаға тәрбиә биреү бурысын һығылмалы хеҙмәт графигы йәки уҡыу процесы менән берләштереүгә булышлыҡ итеү өсөн йүнәлтелгән һәм ул республикала ихтыяжлы булыр, тип ышанабыҙ», —тип фекерен белдерҙе министр.
Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, республикала өс йәшкә тиклем йәки 18 йәшкәсә инвалид баланы ваҡытлыса ҡарау буйынса хеҙмәт аҙнаһына ике тапҡыр өс сәғәт 25 минут бирелә. Йән башына уртаса табыш 14044,5 һумдан артмаған ғаиләләргә балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәт бушлай күрһәтелә. Социаль хеҙмәттәр күрһәтелеүҙә мохтаж (ул – күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр) тип танылған, әммә килеме йән башына уртаса табыш кимәленән күберәк булған ғаиләләргә был хеҙмәт түләүле буласаҡ. Бер тапҡыр барған (3,5 сәғәткә тиклем) өсөн 125 һум күләмендә күрһәтеләсәк. Әгәр ғаиләнең йән башына уртаса табышы 14 мең һумдан артһа һәм ғаилә мохтаж тип танылмаһа хеҙмәт коммерция нигеҙендә, хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең тарифтарынан сығып күрһәтелә, сәғәтенә 40-140 һум.
Ағымдағы йылдың алты айында был хеҙмәт менән 647 ғаилә файҙаланған. 2017 йылға план буйынса баланы ҡыҫҡа ваҡытта ҡарауға 2145 килешеү төҙөү күҙаллана.
Әлеге ваҡытта республикала халыҡҡа был хеҙмәтте Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма – Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре күрһәтә. Улар республиканың һәр ҡалаһында һәм районында бар.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: