Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2017, 08:20

Башҡортостандан ғибәҙәт ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө 20 августа хажға сыға

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандан ғибәҙәт ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө хаж ҡылыу өсөн Сәғүд Ғәрәбстанына 20 августа сыға. Ҡалған дин тотоусылар 21, 22 һәм 24 августа оса, тип хәбәр иттеләр республиканың Мосолмандар диниә назаратында.
Башҡортостан Мосолмандар диниә назаратының хаж бүлеге етәксеһе Илшат Хафизовтың һүҙҙәренсә, быйыл Мәккәлә Башҡортостандан 600-ләп кеше буласаҡ, уларҙың 300-ҙән ашыуы Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты яғынан.
«Ҡалған ғибәҙәт ҡылыусылар юлламаны үҙаллы «Муслим тур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Рәсәй мөфтөйҙәре советы), «Хадж фонд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Мосолмандар Үҙәк диниә назараты) һәм «ДУМ РТ хадж» (Татарстан Республикаһы Мосолмандар диниә назараты) кеүек үҙәкләштерелгән Рәсәй мосолмандары ойошмалары аша алған», — тип аңлатты руханиҙар вәкиле.
Алдағы йылдарҙағы кеүек дин тотоусыларҙы Башҡортостан Мосолмандар диниә назараты вәкилдәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөйәсәк.
«Сәғүд Ғәрәбстанына килгәс тә ғибәҙәт ҡылыусыларға урындағы элемтә операторҙарының сим-карталарын һатып алырға кәңәш итәбеҙ, уларға үҙебеҙҙең телефон һандары яҙылған визиткаларҙы таратып бирәбеҙ. Был кеше ҡапыл ауырып китһә йә иһә юғалһа кәрәк», — тип өҫтәне Илшат Хафизов.
Изге Ғәрәфә тауына мосолмандар 31 августа күтәрелә. 1 сентябрҙә, Ҡорбан байрамы башланыуы менән ғибәҙәт ҡылыу тамамлана.
Дин тотоусыларға хаж ҡылыу ярайһы уҡ суммаға барып баҫа. Бер кеше өсөн юлламаның хаҡы «эконом» йәки «стандарт» программаһына ҡарап, 115-175 мең һум тора. Бындай турҙарҙы алдан һатып алыу отошлораҡ, тип кәңәш бирә туристик операторҙар.
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: