10:16 (UTC+5), 07 Августа 2017

Төбәктә «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале үтәсәк

Андрей Старостин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөрйән районында «Аргыҙма» ерлегендә «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале үтәсәк. Ҙур байрамды 19 августа уҙғарыу күҙаллана. Этнофестиваль программаһында – бал һәм умартасылыҡ продукттары сауҙа-күргәҙмәһе, солоҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, «Иң яҡшы умарта», «Умартасылыҡ нигеҙендә ашамлыҡтар», «Иң яҡшы солоҡсо», «Иң тәмле бал» ижади конкурстар, күңел-асыу программаһы, спорт уйындары һәм ярыштар. Байрам ҡунаҡтарын башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерт һәм дискотека көтә.
Халыҡ-ара бал этнофестивале уртарус бал ҡорто тоҡомоноң бөрйән популяцияһын һаҡлап ҡалыу, солоҡсолоҡто һәм умартасылыҡты популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Байрам саралары иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика