Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2017, 14:53

Республика Башлығы көслө дауыл һөҙөмтәһендә емерелгән Көйәҙебаш ауылында булды һәм һәләкәт күләмен баһаланы

«Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзите
«Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзите
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Ксения Калинина/. 5 август көндө кискеһен Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында көслө дауыл үтте. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ул байтаҡ нәмәне емереп, бер нисә миллион һумға зыян килтергән, ҡайһы бер йорттар йәшәү өсөн яраҡһыҙға әйләнгән. Байтаҡ ағас ҡолаған, ихаталар, автомобилдәр зыян күргән. Бәхеткә күрә ҡорбандар юҡ.
«Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзитенең мәғлүмәттәре буйынса, хәл-ваҡиға урынына Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килгән. Ул ныҡ емерелгән хужалыҡтарҙа булды, бәлә-ҡаза эҙемтәһен баһаланы. Республика Башлығы, көйәҙебаштарға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.
«Һәләкәт күләме ҙур түгел, тергеҙеү эштәрен ете-ун көндә тамамларға мөмкин. Был маҡсатҡа саралар республика бюджетынан бүленәсәк», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Ауыл халҡына үҙ-үҙеңде хәүеф-хәтәрҙән һаҡлар өсөн мөлкәтте страховкалау зарур, тип билдәләне республика Башлығы.
Тергеҙеү эштәре дәррәү бара. Афәт урынына электр селтәре, төҙөлөш-механизация, Юл-ремонт–төҙөлөш идаралығы белгестәре, янғын часы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, муниципалитеттың вәкәләтле кешеләре сыҡҡан. Ҡолаған ағастарҙан юлдарҙы таҙарталар, электрҙы тапшырыу буйынса тергеҙеү эштәре алып барыла. Йәшәү өсөн яраҡһыҙ булған йорттарҙа газ һүндерелгән, тип хәбәр итә баҫма.
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: