03:50 (UTC+5), 07 Августа 2017

Өфөлә билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының фотолары менән «Ете ҡыҙ» календарын сығарҙылар

Эдуард Дилмөхәмәтов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Ете ҡыҙ» проекты сиктәрендә билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының фотолары менән «Ете ҡыҙ» календарын сығарҙылар. Проект «Башҡортостан» республика гәзитенең 100 йыллығына «Самрау» нәшриәтендә тормошҡа ашырылған.
Ай һайын ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығына дан йырлаған билдәле башҡорт һәм татар шағирҙарының шиғырҙары оҙатып килә. Улар араһында – Салауат Юлаевтың, Шәйехзада Бабичтың, Рәми Ғариповтың, Роберт Миңнуллиндың, Рафаэль Сафиндың, Рәшит Назаровтың, Рәмил Ҡол-Дәүлләтең, Салауат Әбүзәровтың, Сафуан Яҡшығоловтың шиғри юлдары.
Фотоларҙа милли костюмдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар төшөрөлгән – улар әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә үҙенең ҡаҙаныштары менән билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ул – шағирә Лариса Абдуллина һәм Зөлфиә Ханнанова, фольклорсы Гөлгөнә Баймурзина, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, йырсы Сәйҙә Ильясова, бейеүсе, «Танцы на ТНТ» проектында ҡатнашыусы Нәркәс Юлдашева, дини эшмәкәр Ғәлиә Мортазина. Фотоларҙың авторы – Эдуард Дилмөхәмәтов.
Проекттың авторы Лариса Абдуллина һөйләүенсә, беренсе этапта проект «Башҡортостан» гәзите биттәрендә баҫылды, календарь сығарыу икенсе этап буласаҡ. Оҙаҡламай проектта ҡатнашыусылар бергәләп йыйылып, Башҡортостан радиоһында шиғырҙар уҡыясаҡ.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика