12:22 (UTC+5), 07 Август 2017

Башҡортостандың ике юғары уҡыу йорто RUR донъя рейтингына ингән

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Round University Ranking (RUR) агентлығы 2017 йылда донъяның иң яҡшы университеттары рейтингын баҫып сығарҙы. Башҡортостандан был рейтингта ике университет бар – Өфө дәүләт авиация техник университеты (дөйөм исемлектә 657-се урын һәм Рәсәйҙекеләр араһында – 34-се) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты (дөйөм исемлектә – 746-сы, Рәсәйҙекеләр араһында – 60-сы).
RUR Халыҡ-ара рейтингы Рәсәйҙә ойошторолған беренсе глобаль университеттар рейтингы булып һанала. RUR рейтингында университеттар биш үлсәү йүнәлешенә төркөмләштерелгән 20 параметр буйынса баһалана:
- белем биреү сифаты (юғары уҡыу йортоноң баһаһынан 40 процент),
- тикшеренеүҙәр сифаты (40 процент),
- интернатлаштырыу кимәле (юғары уҡыу йортон баһалауҙан 10 процент),
- финанс тотороҡлоҡ кимәле (10 процент)
RUR-2017 рейтингында 74 илдән бөтәһе 763 университет ҡатнашҡан. Рәсәйҙең 30 төбәгенән 67 университет тәҡдим ителгән. Тәҡдим ителгән юғары уҡыу йорттарының иҫәбе буйынса Рәсәй донъяла дүртенсе урында тора. 2016 йылда Рәсәйҙән 23 вуз күрһәтелгән, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика