07:35 (UTC+5), 04 Августа 2017

Рөстәм Хәмитов Дим биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшөн тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының сайты
Башҡортостан Башлығының сайты
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 3 августа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Көмөш шишмә» булараҡ билдәле Дим-8 биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөлөшөн тикшерҙе. Яңы белем биреү йорто, 161-се лицей, 1 сентябргә һалынып бөтөргә тейеш, хәҙер бында биҙәү эштәре бара. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә мәктәпте төҙөүгә 757,301 миллион һум: федераль ҡаҙнанан – 502,716,83 миллион һум, республиканан 254,585 миллион бүленгән.
Дим хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Ирек Усмановтың һүҙҙәренсә, төҙөлөп ятҡан мәктәп – ҡалала иң ҙурҙарының береһе. Уның майҙаны – 20 мең квадрат метрҙан ашыу. Лицейҙа лифттар, ике ҙур спорт залы, бассейн һәм 504 урынлыҡ тамаша залы ҡаралған. Башланғыс кластар айырым ишекле блокта уҡыясаҡ. Лицей биләмәһендә футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары менән стадиондар барлыҡҡа киләсәк.
Мәктәп 2012 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дим районының социаль инфраструктураһын үҫтереү буйынса эште ойошторорға ҡушҡан йөкләмәһе сиктәрендә төҙөлә. «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға булышлыҡ итеү» федераль программаһына ярашлы 2025 йылға мәктәптәрҙә икенсе смена бөтөрөлөргә тейеш. Хәҙер ресупблика буйлап икенсе сменала уртаса 12 процент самаһы бала уҡый, шул уҡ ваҡытта был күрһәткес ауылдарға ҡарағанда ҡалаларҙы юғары.
«Ауыл ерендә был мәсьәлә бер ҡасан да булманы тиерлек, унда балалар күбеһенсе беренсе сменала уҡый, ҡалаларҙа, әлбиттә, был һорау бар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Өфөнөң үҙендә генә күренеш бик сағыу: Дим биҫтәһе хаҡында һөйләгәндә, бында икенсе сменала уҡыусыларҙың һаны ныҡ юғары – балаларҙың 40 проценты тиерлек».
Әлеге ваҡытта Дим биҫтәһендә 4320 балаға иҫәпләнгән ете мәктәп эшләй. Шул уҡ ваҡытта районда 7567 уҡыусы йәшәй. Яңы лицейҙы асыу икенсе смена буйынса күрһәткестәрҙе байтаҡҡа кәметергә мөмкинлек бирәсәк. 161-се лицейҙың директоры Гөлнара Ғимазетдинованың һүҙҙәренсә, быйыл мәктәп 1079 бала ҡабул итәсәк, лицейҙа һигеҙ беренсе класс буласаҡ.
«Төҙөүселәр 1 сентябргә тиклем ҡуйылған бурысты үтәр һәм ошо мәктәпте файҙаланыуға тапшырыр тип ышанам, был бик мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. — Бынан тыш, яҡында ике балалар баҡсаһы бар, киләсәктә берҙәм белем биреү комплексыны төҙөргә кәрәк. Ул майҙандар ҡарашынан оҫта файҙаланырға һәм шуның менән балалар бында бер сменала уҡый алһын өсөн бөтә шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Әммә Дим биҫтәһендә тағы мәктәптәр төҙөргә кәрәк: «Сағыу», Дим-8, Дим-9 биҫтәләре үҫешә. Ошо эш менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, 2025 йылға тиклем беҙ икенсе смена булған бөтә ҡалаларҙа ла был мәсьәләне хәл итергә бурыслы, яңы мәктәптәр төҙөлөргә тейеш. Ошолай итеп беҙ был мәсьәләгә нөктә ҡуясаҡбыҙ. Әммә уға тиклем бик күп эшләргә кәрәк әле».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика