09:10 (UTC+5), 04 Августа 2017

Константин Толкачев: «Анонимайзерҙар тураһында закон күптәнән кәрәк ине»

Карина Камаева
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй Президенты Владимир Путин тыйылған мәғлүмәтле сайттарҙың бикләүен урап үтеүсе технологияларҙы ҡулланыуҙы тыйған, анонимайзерҙар тип йөрөтөлгән йәғни «Мәғлүмәт, мәғлүмәти технологиялар һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында»ғы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Закон проекты эҙләнеүселәргә Рәсәй биләмәһендә бикләнгән ресурстарға һылтанмаларҙы күрһәтеүҙе тыя.
«Закон проекты июнь айында Дәүләт Думаһына индерелде, оператив рәүештә ҡаралды һәм өс уҡыуҙа ҡабул ителде. Ошондай закон акты күптәнән кәрәк ине, — тип аңлатма бирҙе закондың ҡабул ителеүенә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Алдан бикләүҙе урап үтергә мөмкинлек биргән ҡайһы бер сайттарға инеү суд ҡарарҙары нигеҙендә сикләнде, әммә урау технологияһын ҡулланыуҙы тыймай ине. Мәсьәләне бөтә кимәлдәге закон сығарыусылар, журналистар, киң йәмәғәтселек тикшерҙе. Был закон ошо һорауға нөктә ҡуйырға тейеш».
Ҡабул ителгән закон тәү сиратта интернеттағы мәғлүмәти хәүефһеҙлеккә йүнәлтелгән, тип билдәләне Константин Толкачев.
«Ул үҙ эсенә төрлө аспекттарҙы ала, улар араһында ике иң мөһиме бар. Беренсеһе – ул интернетта бәлиғ булмағандарҙың хәүеһеҙлеге. Психикаһы нығынып бөтмәгән балалар һәм үҫмерҙәр үҙ эшмәкәрлеген интернетта алып барған төрлө деструктив төркөмдәрҙең тәьҫиренә ныҡ бирешеүсән. Миҫалдарҙың береһе – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ҙур таралыу алған үлем төркөмдәре.Башҡортостанда балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуын иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүленә. Интернетта балаларҙың хәүефһеҙлек темаһын июнь айында Дәүләт Йыйылышы уҙғарған Республика ата-әсәләр форумында төп мәсьәләләрҙең береһе итеп сығарҙыҡ, — тине Константин Толкачев. — Икенсе аспект — ул экстремистик материалдарҙың таралыуына ҡаршы тороу. Енәйәтсе берләшмәләр, шул иҫәптән террористар өсөн интернет күптән инде төп ҡоралдарҙың береһенә әйләнгән. Интернетта экстремистар менән көрәшеү буйынса саралар бөтә донъя буйлап ҡабул ителә. Яңыраҡ Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советы Президиумы ултырышында мин етәкләгән Милли именлекте һәм коррупцияға ҡаршы көрәште закондар йәһәтенән тәьмин итеү буйынса комиссияһы әҙерләгән экстремизмға, шул иҫәптән интернетта уны пропагандалау эшмәкәрлегенә һөҙөмтәле ҡаршы торорға ярҙам итә алған яңылыҡты ҡануниәткә индереү буйынса тәҡдимдәрҙе уҡып ишеттерҙем. Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон беҙҙең тәҡдимдәр менән бәйләнгән».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика