11:14 (UTC+5), 01 Августа 2017

Төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2017 йылда тәүгә 14 миллион һумға яҡын Рәсәй Президенты гранттарын алды

Карина Камаева
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан 11 коммерцияға ҡарамаған ойошма 2017 йылда Президенттың беренсе гранты конкурсында еңеүсе булды. Еңеүселәр иҫәбендә йәмғеһе 79 төбәктән 970 коммерцияға ҡарамаған ойошма. Гранттарҙың дөйөм суммаһы – 2 миллиард 250 миллион һум, тип хәбәр итә Президент гранттары фонды. Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 14 миллион һумға яҡын отто.
Еңеүселәр араһында «Әсә һәм бала» Стәрлетамаҡ хәйриә фонды проекты – инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн эко-реабилитация үҙәге. Уны тормошҡа ашырыуға ойошма «Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау» йүнәлеше буйынса 2 883 890 һум аласаҡ.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Ҡариҙел районында төҙөләсәк реабилитация үҙәге бер үк ваҡытта 80 кеше ҡабул итә аласаҡ. Объектҡа ете ҡунаҡ йорто, балалар һәм уйын майҙансыҡтары, дауалау-реабилитация корпусы инәсәк. Уны асыу 2018 йылдың 1 июненә күҙалланған.
Стәрлетамаҡтан тағы ла бер коммерцияға ҡарамаған ойошма Рәсәй Президенты грантына эйә булды. Ул – «3Д-ла тормош. Эш. Хәрәкәт. Ҡаҙаныш» проекты менән «Уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар союзы». Ул «Граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау» йүнәлеше буйынса 1 384 949 һум аласаҡ.
«Мәрхәмәт» мәғариф хәйриә фонды сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың социаль яраҡлашыу процесын ойоштороуға йүнәлтелгән «Баҫҡыстар» проектын тормошҡа ашырыуға «Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау» йүнәлеше буйынса 2 250 341 һум отто.
Аутистик спектры боҙолған балалар һәм йәш кешеләр өсөн «Мин дә уҡыусы» интегратив социаль-терапевтик мәктәбе грант менән билдәләнде. Проекттың авторҙары – «Ал сәскә» инвалид һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү өсөн» инвалидтарҙың ижтимағи ойошмаһы. Улар «Ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү» йүнәлеше буйынса 1 448 968 һумға лайыҡ булды.
«Башҡортостан Республикаһының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыларының берләшмәһе» гуманитар белем биреүҙе үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма «Бармаҡ остарында тарихи-мәҙәни мираҫ: күреү һәләте боҙолған кешеләр өсөн Рәсәйҙең архитектура мираҫы менән аудиотактиль таныштырыу» проектына 758 548 һум күләмендә грант аласаҡ.
Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы «Рәсәй тарихы» темаһына күп этаплы интеграцияланған интеллектуаль турнир ойоштороуға һәм уҙғарыуға 580 960 һум күләмендәге грант менән билдәләнде.
Ошо уҡ йәмғиәттең Бөрйән районы ойошмаһы «Көнкүрештә компьютер белемлелеге» проектына 493 620 һум отто.
«Финанс хеҙмәттәр менән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау союзы» дөйөм Рәсәй ижтимағи ҡулланыусылар ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең өлкән синыф уҡыусылары өсөн «Тиндән – һумға, шишмәнән – диңгеҙгә» финанс белемлелек буйынса «Мейәне яулау» асыҡ республика чемпионаты 492 820 һумға лайыҡ булды.
Грант алыусылар иҫәбендә Ғафури районынан «ЮЛУК» ижтимағи ойошмаһы. «Тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу» йүнәлеше буйынса «Һәйкәл – олатайҙарға, спорт майҙансығы – ейәндәргә» проекты 499 959 һум күләмендә грант алды.
Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән ошонда танышырға мөмкин.
Тәүге конкурста кәрәкле балл йыя алмаған ғаризаларға ҡарата фонд ғәҙәти хаталарҙың анализын әҙерләйәсәк. Фонд беренсе конкурста ҡатнашыусыларҙы вебинарҙарға һәм икенсе конкурсҡа ғаризалар әҙерләү буйынса семнарҙарға саҡырасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика