07:40 (UTC+5), 01 Август 2017

Өфөләрҙе «АшМаркет» ашамлыҡ фестивалендә донъя халыҡтарының кухняһы менән һыйлаясаҡтар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Арт-КВАДРАТ» үҙәгендә «АшМаркет» ашамлыҡ фестивале үтәсәк. Ойоштороусыларҙың береһе Әлиә Айсина хәбәр итеүенсә, өфөләрҙе 5-6 августа көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 8-гә тиклем һыйлайҙар. Гастро-энтузиастар һәм ашнаҡсылар милли кухняның стритфуд төрҙәрен әҙерләйәсәк.
Фестивалдең темаһы – «Донъя халыҡтарының кухняһы». Асыҡ һауала ҡала халҡы төрлө илдәрҙең урамда ашай торған аҙығынан ауыҙ итә аласаҡ. Гастро-энтузиастар ысын автор эсемлектәрен ижад итәсәк, экзотик ҡәһүә һәм сәй, урындағы үләндәр ҡатнашмаларын әҙерләйәсәк. Бынан тыш, төрлө-төрлө былау, колумбия тәмлекәстәре, фермер аҙыҡ-түлектәре һәм Өфө кондитерҙарынан бик күп хуш еҫле бүләктәр буласаҡ.
«Сәнске» кулинария студияһы итальян пастаһын һәм стейк әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен уҙғарасаҡ. Вадим Йомабаев милли ҡымыҙ эсемлеге тураһында лекция уҡыясаҡ. Теләүселәр Ижади лаборатория уҡытыусыларында ашамлыҡ менән натюрморттар төшөрә аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика