03:17 (UTC+5), 01 Августа 2017

Башҡортостанда йыл башынан ВИЧ-инфекцияһы менән зарарланыу осраҡтарының 70 проценты енси юл менән булған

Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда енси юл менән ВИЧ-инфекцияһын таратыу осраҡтарының һаны артҡандан-арта бара. 2017 йылдың тәүге ярты йыллығында был һан 71 проценттан артты. Парентераль ысул менән зарарланыу осрағы – 27,1 процент, вертикаль (йөклө, бала тапҡан саҡта әсәнән балаға) 1,9 процент тәшкил итте.
Ағымдағы йыл башынан республикала лаборатор рәүештә 1418 ВИЧ-инфекциялы кеше асыҡланған, ул 2016 йылдың ошо уҡ осорона (1549 кеше) ҡарағанда 8,5 процентҡа түбәнерәк. Шул иҫәптән, 63,3 процент ир-ат (897 кеше) һәм 36,7 процент ҡатын-ҡыҙ (521 кеше).
Республика буйынса ауырыу күрһәткесе 100 000 кешегә 34,9 (былтыр – 100 мең кешенә 38) тәшкил иткән. Өфөлә 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыу күрһәткесе 30,3 процентҡа кәмегән, тигән мәғлүмәттәрҙе килтерҙеләр Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Йәшәү урыны буйынса поликлиникала йәки Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә (Достоевский урамы, 132, 15-се бүлмә, телефон: +7 (347) 251-11-36) бушлай һәм аноним рәүештә тест үтергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика