02:08 (UTC+5), 31 Июля 2017

Өфө нефть университеты һәм Алтай Республикаһы Хөкүмәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин эш сәфәре менән Таулы Алтай ҡалаһында булды. Осрашыу йомғаҡтары буйынса төбәк һәм юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итә Алтай Республикаһының рәсми интернет-порталы.
Республика хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары Наталья Екееваның әйтеүе буйынса, Алтай Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең мәғариф, ғилми-практик проекттарын һәм программаларын әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу килешеү темаһы булып тора.
«Айырыуса техник профилдә квалификациялы кадрҙар әҙерләү – төбәкте үҫтереү стратегияһының иң мөһим йүнәлештәренең береһе ул», — тип билдәләне премьер-министр урынбаҫары.
Үҙ сиратында, Рәмил Бәхтизин эшлекле аралашыуға һәм тығыҙ үҙ-ара эш алып барыуға әҙерлекте белдерҙе. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетына «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «терәк юғары уҡыу йорто» статусы бирелеүен билдәләне. Юғары уҡыу йорто һөнәрҙәр буйынса киң әҙерлек даирәһен тәҡдим итә – дәүләт һәм төп ҡулланыусылар тарафынан белем биреү кимәленә һәм сифатына ҡарата талаптарҙың тап килеүен тәьмин итеп, иҡтисадтың, хеҙмәттәр өлкәһенең сәнәғәт секторы өсөн кадрҙар әҙерләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика