13:13 (UTC+5), 31 Июля 2017

Өфөлә халыҡ-ара марафонға теркәү башланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө халыҡ-ара марафоны 17 сентябрҙә уҙа. Уның дистанциялары төрлө кимәлдәге әҙерлекле ҡатнашыусыларға иҫәпләнгән. Спортсыларға 42,2 һәм 21,1 саҡрым араны йүгереп үтергә кәрәк. Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барғандар 10 йәки 3 саҡрымды үтә ала. Уларҙың һәммәһе лә баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындары — Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, Ете ҡыҙ фонтаны, «Өфө-Арена» боҙ һарайы һәм Мостай Кәрим һәйкәле эргәһенән уҙа.
Иҫәп буйынса өсөнсө Өфө халыҡ-ара марафонында донъяның 15 иленән һәм 180 ҡалаһынан биш меңгә яҡын спортсының ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Марафонға бында теркәлергә мөмкин.
Белешмә. Беренсе Өфө халыҡ-ара марафоны 2015 йылдың 27 сентябрендә ойошторолғайны. Унда Өфө, Екатеринбург, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе, Санкт-Петербург ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡытайҙан, Украинанан, Белоруссиянан, АҠШ-тан бер нисә мең кеше йүгерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика