02:41 (UTC+5), 31 Июля 2017

Башҡортостанда иң көслө һәм ижади яҡтан һәләтле егеттәрҙе һайланылар

автор
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Шәмбе, 29 июлдә, Башҡортостандың Баймаҡ районында Башҡорт йәштәре йыйыны сиктәрендә ойошторолған «Урал бөркөтө» бәйгеһе үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара Граф күле буйында уҙҙы һәм меңәрләгән кешене йыйҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Баймаҡ районы хакимиәте уның ойоштороусылары булып торҙо.
«Урал бөркөтө» бәйгеһе еңеүсеһен һәм призерҙарын бер нисә күрһәткес буйынса һайланылар: ҡатнашыусыларҙың көсө һәм сыҙамлылығы, уларҙың зирәклеге һәм уңышлы булыуҙары, ижади һәләттәре баһаланды.
«Төшкө ашҡа ҡәҙәр уҡ атыу һәм таш ырғытыу кеүек спорт ярыштары үтте. Төштән һуң йәштәргә үҙ бизнес проекты менән таныштырыу торҙо – ысын ир-егет эшлекле кеше булырға тейеш, тип иҫәпләнә. Шулай уҡ, шәжәрә конкурсы һәм ижади ярыштар – бейеүҙәр, йырҙар, музыка ҡоралдарынла уйнау һәм башҡалар булды. Һәр номинацияла бәйгелә ҡатнашыусыны биш балл үлсәме буйынса баһаланылар, — тип һөйләне конкурс регламенты тураһында жюри ағзаһы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. – Быйыл бәйгелә 35 егет ҡатнашты, улар араһынан иң-иңен һайлауы бик ҡыйын булды. Беҙҙең ниндәй һәләтле, креатив ҡарашлы, бик көслө, спорт менән мауыҡҡан йәштәрҙең барлығын күрҙек. Матур ҡыҙҙар өсөн генә түгел, ә көслө һәм аҡыллы егеттәр өсөн дә өлгө булырҙай бәйгеләр булырға тейеш».
«Ата-бабаларыбыҙ бик яҡшы нигеҙ – тарихыбыҙҙы ҡалдырған (шарттарҙа шәжәрә конкурсы тиккә бирелмәгән). Әммә беҙҙең маҡсат – ошо нигеҙ буйлап йөрөү түгел, ә яңы йорт һалыу. Ә уны нәҡ бөгөн бында булған йәштәр төҙөргә тейеш», — тип билдәләне жюри рәйесе, шағир, әҙәби тәнҡитсе Азамат Юлдашбаев.
«Быйыл тәүгә килдем – был минең өсөн йүнәлеш һәм артабан яҡшыраҡ әҙерләнеү өсөн һынау ярыштары, – тип «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән уртаҡлашты Әбйәлил районынан Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Фәнзил Вәлиев. – Миңә бик оҡшаны, был бит ысын ир-егеттәр өсөн бәйге! Үкенескә ҡаршы, көрәш инмәгән».
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика