10:34 (UTC+5), 28 Июля 2017

Республиканың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы уҡырға алыу башлана

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы уҡырға алыу башлана. Шәмбе, 29 июлдә, уҡырға алыу тураһында тәүге бойороҡтар баҫылырға тейеш, уларҙы уҡыу йорттарының рәсми сайттарында һәм мәғлүмәт стендтарында күрергә мөмкин. 27 һәм 28 июлдә вуздар абитуриенттарҙың берҙәм дәүләт имтиханы балдары күрһәтелгән исемлектәрен баҫтыра. Исемлектәрҙә һынауһыҙ уҡырға инеүселәр өсөн ҡабул итеүҙең нигеҙе тураһында мәғлүмәт һәм шәхси ҡаҙаныштар өсөн балдар һаны булырға тейеш. Шулай уҡ абитуриенттарҙың өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булыуы күрһәтелә.
Беренсе этапта вуз абитуриенттарҙың 80 процентын, икенсеһендә ҡалған 20 процентын ҡабул итә.
3 августа икенсе бойороҡ сыға, һынауһыҙ йәки квота сиктәрендә уҡырға инеүселәрҙән ҡалған төп конкурс урындарына ҡабул итеү башлана.
8 августа ризалыҡ тураһында ғариза биргән абитуриенттарҙы уҡырға алыу хаҡында бойороҡтар баҫыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл республиканың юғары уҡыу йорттары бюджетҡа 9943 студентты, шул иҫәптән 5633 бакалаврҙы, 1521 белгесте, 2789 магистрҙы ҡабул итергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика