07:26 (UTC+5), 27 Июля 2017

Республиканың йәмәғәт эшмәкәре иң яҡшы ғилми китап федераль конкурсында алтынсы тапҡыр еңеү яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова алтынсы тапҡыр 2016 йылда иң яҡшы ғилми китап Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кафедраһы доценты «Педагогика һәм психология» номинацияһында еңеп сыҡты.
Уның республиканың мәғариф системаһында идара итеү үҙенсәлектәре хаҡындағы китабы теманы тәрән белеүе, заманса һәм аңлайышлы стилдә яҙылыуы менән уңыш ҡаҙанды. Китапта Ғәлиә Мөхәмәтйәнова мәғариф өлкәһендәге, атап әйткәндә, белем биреү менән идара итеү системаһындағы бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Илебеҙ мәғарифын үҫтереү фонды юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары ғилми хеҙмәткәрҙәренең эштәрен тикшерҙе.
Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы сентябрь башында Сочиҙа «Бөтә Рәсәй юғары уҡыу йорто фәне аҙналығы» форумы барышында уҙа.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика