08:00 (UTC+5), 27 Июль 2017

«Медиалогия» Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында йыш телгә алынған телеканалдарын атаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Медиалогия» Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында йыш телгә алынған телеканалдарын атаны. Беренсе урында — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, 2017 йылдың тәүге яртыһында ул Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге киң мәғлүмәт сараларында 6300-ҙән ашыу тапҡыр телгә алынған. Икенсе урында «Башҡортостан» ДТРК-һы килә (3,5 мең хәбәр). Өсөнсөлә «Бөтә Өфө» ТРК-һы (577 хәбәр). Был хаҡта абруйлы «Медиалогия» компанияһында хәбәр иттеләр.
Рәсәйҙең федераль медиа ресурстарына — 1103, сит ил киң мәғлүмәт сараларына 38 телгә алыу тура килә, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһын республикала һәм Рәсәйҙең биш меңдән ашыу ҡалаһында ҡарарға мөмкин. Шуның менән бергә тамашасыларҙың дөйөм һаны 40 миллион кешегә етә, спутниктың сигналын күп кенә сит илдәрҙә ҡабул итәләр. Шул арҡала Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рәсәйҙә ҙур төбәк телеканалдарының береһе булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика