07:06 (UTC+5), 26 Июля 2017

Төбәктә һәләк булған Нәҙерғоловтарҙың балалары өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 25 июлдә Хәйбулла районы хакимиәте Нәҙерғоловтарҙың етем ҡалған балаларына аҡса йыйыу хаҡында иғлан итте. Алдан хәбәр ителгәнсә, 4-7 йәшлек дүрт бәлиғ булмаған малай Иҫәнғол ауылындағы приютҡа урынлаштырылған.
Муниципалитеттың сайтында белдерелеүенсә, аҡсаны хәйриә фонды иҫәбенә күсерергә мөмкин:
ОГРН 1080200001804
ИНН 0248006174
КПП 024801001
Р/счет 40703810462330000003
в Башкирский РФ АО «Россельхозбанк» г. Уфа
к/с 30101810200000000934
БИК 048073934
Өҫтәмә мәғлүмәт — (34758) 2-26-90, 2-11-94 телефондары буйынса (хакимиәттең опека, попечителлек һәм балаларҙы яҡлау бүлеге). Йыйылған аҡсаның сығымдары буйынса отчет яһала.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 17 июлдә Хәйбулла районында Нәҙерғоловтар ғаиләһенең машинаһы Аҡъяр һәм Яңы Ергән ауылдары араһында Таналыҡ йылғаһына батҡан. 37 йәшлек ир, уның 29 йәшлек ҡатыны һәм сабый һәләк булған. Үлемдең яҡынса сәбәбе — һыуға батыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика