09:31 (UTC+5), 26 Июля 2017

Башҡортостан журналистарын IX «СМИротворец-2017» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Этник-ара журналистика гильдияһы милләт-ара һәм этноконфессия мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға IX «СМИротворец-2017» Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсына эштәр ҡабул итә башланы.
Ижади бәйгенең маҡсаты — киң мәғлүмәт сараларында күп милләтле Рәсәй халыҡтарының тормошон, мәҙәниәтен, йолаларын, этномәҙәни үҫеше һәм үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен, шулай уҡ Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу буйынса гражданлыҡ йәмғиәте институттарының һәм дәүләттең эшмәкәрлеген яҡтыртҡан журналистарҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү.
Сарала ҡатнашыуға федераль, төбәк һәм милли-мәҙәни киң мәғлүмәт саралары журналистары саҡырыла. «Телевидение», «Радио», «Матбуғат», «Интернет», «Балалар һәм йәштәр өсөн киң мәғлүмәт саралары» «Этно-туризм» номинацияларында күпләп сығарылған һәм урындағы баҫмалар өсөн айырым конкурс үткәрелә. Йәш журналистар өсөн тәүгә «Мультимедиа быуыны» тигән махсус номинация булдырылған.
Бәйгегә 2016 йылдың 1 авгусынан 2017 йылдың 1 авгусына тиклем киң мәғлүмәт сараларында баҫылған (эфирға сыҡҡан) эштәр ҡабул ителә.
«СМИротворец-2017» конкурсы барышында округ этаптары уҙғарыла. Көньяҡ федераль округындағы иң яҡшы журналистар 15 сентябрҙә Ҡалмыҡстан Республикаһының баш ҡалаһы Элистала иғлан ителә. Октябрҙең беренсе декадаһында округ этаптарының финалы уҙа: Урал федераль округы буйынса — Ханты-Мансиҙа, Себер федераль округы буйынса — Красноярскиҙа. Округ этаптары номинацияларында беренсе урынды алған эштәр дөйөм Рәсәй конкурсы исемлегенә индерелә. Рәсәйҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр тематикаһын яҡтыртҡан иң яҡшы журналистарҙың исемдәре 2017 йылдың 28 ноябрендә Мәскәүҙә билдәле була.
Волга буйы федераль округындағы киң мәғлүмәт саралары өсөн конкурсҡа эштәр 10 октябргә ҡәҙәр ҡабул ителә.
Конкурс тураһында положение менән бында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика