04:43 (UTC+5), 26 Июль 2017

26 июлдә республиканың юғары уҡыу йорттарында документтар ҡабул итеү тамамлана

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 26 июль — берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса ғына юғары уҡыу йортона инеүсе абитуриенттар өсөн документтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө. 27 июлдә вуздар үҙҙәренең рәсми сайттарында һәм мәғлүмәт стендтарында уҡырға ингәндәрҙең исемлеген, һәр һынау һәм шәхси ҡаҙаныштар өсөн балдар һанын баҫтырып сығара. Һынауһыҙ уҡырға инеүселәр өсөн ҡабул итеүҙең нигеҙе һәм шәхси ҡаҙаныштар өсөн балдар һаны күрһәтелергә тейеш. Шулай уҡ исемлектә абитуриенттарҙың өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булыуы күрһәтелә, тип аңлатма бирә Рособрнадзорҙың матбуғат хеҙмәте.
Бынан һуң һынауһыҙ һәм квота сиктәрендә уҡырға ингән абитуриенттарҙы ҡабул итеү башлана.
28 июлдә ике йәки унан күберәк вузға ғариза биргән айырым хоҡуҡҡа эйә абитуриенттарҙан һәм маҡсатлы ҡабул итеү квоталары сиктәрендә уҡырға инеүселәрҙән алыныуға ризалыҡ тураһында ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.
Артабан дөйөм конкурс буйынса уҡырға инеүсе абитуриенттарҙы ҡабул итеүҙең тәүге этабы башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика