09:09 (UTC+5), 24 Июль 2017

Мәскәүҙең «Коломенское» паркында Һабантуй-2017 уҙҙы

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙең иң гүзәл урындарының береһендә, «Коломенское» музей-ҡурсаулығында, «Һабантуй-2017» байрамы уҙғарылды. Уны ойоштороусылар булып Мәскәү Хөкүмәте ярҙамында Башҡортостан һәм Татарстан сығыш яһаны. Күркәм байрам Мәскәүҙәге меңдәрсә башҡорт-татар диаспораһы вәкилдәренә — тыуған төйәк менән онотолмаҫ осрашыу, ә уның менән тәүгә танышыусыларға Урал-Волга буйының бай милли традициялары хаҡында йәнле тамаша бүләк итте.
Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә Һабантуй Мәскәүҙә йәшәгән төрлө милләт кешеләренең яратҡан байрамына һәм халыҡтарҙың берҙәмлек символына әүерелде. «Коломенское» паркы бына инде алтынсы йыл рәттән байрамды үткәреү урыны булып тора һәм һуңғы йылдарҙа сараға 100-150 мең кеше — мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары йыйыла. Быйыл Мәскәү йылғаһы буйында урынлашҡан музей-ҡурсаулыҡҡа йәнә меңдәрсә кеше килде. Яр буйындағы стилләштерелгән башҡорт ауылынан халыҡ өҙөлмәне.
Байрамда Башҡортостан делегацияһын республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров етәкләне. Һабантуйҙы асыу сараһында ул республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың исеменән сәләмләү һүҙен уҡып ишеттерҙе. Мәскәү һабантуйын рәсми асыу тантанаһында Мәскәү мэрының төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Марат Хөснуллин, Мәскәү ҡала Думаһы рәйесе Алексей Шапошников, Татарстандың Дәүләт советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков, Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Рушан Аббасов, Мәскәүҙең Көньяҡ административ округы, Яр Саллы ҡалаһы, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары етәкселәре ҡатнашты — тап ошо райондар Мәскәүҙә һабантуйҙың колоритлы программаһын тәьмин итте, музей-ҡурсаулыҡта этнографик ауыл, тирмәләр, халыҡ һөнәрҙәрен, милли кейемдәрҙең, милли аш-һыуҙың үҙенсәлеген сағылдырған күргәҙмәләр ойошторҙо.
«Коломенское» паркында байрам иртәнге сәғәт 11-ҙән кискә тиклем дауам итте. Көнө буйына унда милли йыр-моң һәм бейеүҙәр тынманы, сувенирҙар һәм аҙыҡ-түлек йәрминкәһе эшләне, халыҡ уйындарында һәм ярыштарҙа, атап әйткәндә, милли көрәштә ҡатнашырға теләүселәр бик күп булды. Сөнки билбаулы көрәштә еңеүсегә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың махсус призы — «Lada» автомобиле тапшырылды. Уға 85 килограмдан ашыу ауырлыҡта еңеүсе — Нижегород өлкәһенән килгән 24 йәшлек Илшат Нуриманов лайыҡ булды.
Һабантуйҙың башҡорт программаһы режиссеры Илшат Фәхертдинов һөйләүенсә, парктағы бер нисә сәхнәлә барған концерттарҙа Мәскәүҙән, Татарстандан һәм Башҡортостандан, шул иҫәптән Өфөнән — Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль, республиканың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов, Римма Амангилдина, «Карауан» төркөмө, Диана Ишниязова, Мәләүез районының фольклор коллективтары, «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең үҙешмәкәр артистары ҡатнашты. Өфөнән сағыу башҡарыусы Зәйнетдин төп концерттарҙың ғына түгел, йәштәр өсөн дискотеканың да йондоҙо булды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика