11:51 (UTC+5), 24 Июля 2017

Өфөләге пляждарҙа ҡотҡарыусылар туғыҙ һыу инеүсене ҡотҡарған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Һуңғы өс көндә Өфөлә дежур ҡотҡарыусылар һыуға батып барған туғыҙ кешене ҡотҡарған. Уларҙың дүртәүһе — балалар. Миҙгел башынан бөтәһе 19 кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған, тип хәбәр иттеләр ҡаланың «Ҡотҡарыу хеҙмәте»ндә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, уҙған ял көндәрендә ҡала пляждарында 9 мең самаһы кеше ял иткән. Киров районының «Ҡояшлы» пляжында улар бигерәк күп булған — 4 меңләгән кеше. Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» ял итеү урынында — бер меңдән ашыу, Йылы күлдәге «Гольфстрим» пляжында 600 самаһы ял итеүсе теркәлгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡотҡарыусылар пляждарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән ҡараңғы төшкәнсе эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика