Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2017, 12:19

Өфөгә донъя боксы легендаһы Константин Цзю килә

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 26 июлдә Өфөгә «Кешелек резервтары» хәйриә автоуҙышы сиктәрендә бокс буйынса донъя чемпионы Константин Цзю килә. Баш ҡалала спортсы ике көн буласаҡ, боксер ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы һәм зарядка планлаштырылған.
Константин Цзюҙан тыш, автоуҙыш командаһында — актер һәм каскадер Алик Гульханов, парасәйәхәтсе Игорь Скикевич, Гиннестың Рекордтар китабы рекордсмены Александр Муромский һәм башҡа билдәле кешеләр. Колоннала ДОСААФ-тың һәм Мәскәү транспорты музейының ретроавтомобилдәре, мотоциклсылар бар. 17 июлдә Сочиҙа башланған акция сентябрь башында Владивостокта тамамлана, тип хәбәр ителә проекттың рәсми сайтында.
Уҙышта ҡатнашыусылар 20-нән ашыу тораҡ пунктта булырға ниәтләй. Ҡалаларҙа «Рус баһадирҙары» шоуы һәм «Чемпиондар менән зарядка», хәрби частарға, балалар йорттарына, спорт мәктәптәренә һәм урындағы хакимиәткә барыу ҡаралған.
Автоколоннаның тулы маршруты түбәндәгесә: Сочи — Мәскәү — Түбәнге Новгород — Ҡазан — Яр Саллы — Өфө — Силәбе — Екатеринбург — Төмән — Омск — Новосибирск — Кемеров — Красноярск — Иркутск — Улан-Удэ — Чита — Чернышевск — Сковородино — Циолковский (Көнсығыш космодромы) — Биробиджан — Хабаровск — Спасск-Дальний — Уссурийск — Артем — Владивосток.
Акция донъя буйлап «Кешелек резервтары» экспедицияһын иғлан итеү өсөн уҙғарыла.
«Кешелек резервтары» автоуҙышы — 2018 йылда «Тулҡындар буйлап йүгереүсе» елкәнле карабында экология, сәләмәтлек проблемаларын хәл итеүҙә, Ерҙә тыныслыҡты, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, берҙәм донъя мәҙәниәтен үҫтереүҙә донъя берләшмәләренең көстәрен туплау өсөн донъя буйлап йөҙөү буйынса масштаблы гуманитар проекты этаптарының береһе», — тип билдәләй ойоштороусылар.
Читайте нас: