06:56 (UTC+5), 19 Июля 2017

Төбәктә «Таҙа Ыҡ» экологик акцияһына йомғаҡ яһалды

Туймазы районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы районында «Таҙа Ыҡ» социаль-экологик акцияһы тирә-яҡ мөхитте яҡлауға йүнәлтелгән әһәмиәтле проекттарҙың береһе булды. Сара ай буйына дауам итте. Уҡыусылар, студенттар, йәштәр йәмәғәт ойошмалары, «Экология-Т» һәм «Дорстрой» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары вәкилдәре акцияла әүҙем ҡатнашты. Илсембәт һәм Ҡарат ауыл биләмәләре лә саранан ситтә ҡалманы: Ыҡ йылғаһы тамағын һәм тирә-йүнде ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартты. Бишбүләк районынан килгән экологтар ҙа ошо эшкә үҙ өлөшөн индерҙе.
Акцияла бөтәһе 650-нән ашыу кеше ҡатнашты. Ирекмәндәр һәм битараф булмаған кешеләр меңдән күберәк тоҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйҙы, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика