16:55 (UTC+5), 19 Июля 2017

Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары «Территория смыслов на Клязьме» форумында гранттар отто

Росмолодежь
Росмолодежь
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өсөнсө эшҡыуарҙар сменаһында «Территория смыслов на Клязьме» Бөтә Рәсәй мәғариф форумы гранттарына «Бизнес-дебаттар» проекты өсөн Татьяна Джума, «Коучинг-гейм лабораториялары»н тормошҡа ашырыуға Луиза Агишева һәм «Йәш эшҡыуарҙарҙың форсайт-мәктәбе»н үткәреүгә Байрас Азаматов лайыҡ булды. Уларҙың һәр береһенә 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Ошо сменала ҡатнашыусылар бөтәһе 203 проект тәҡдим иткәйне, эксперт жюрийы барыһы алдында яҡлау өсөн 80-ен һайлап алды. Жюри составында профилле берләшмә вәкилдәре эшләне. Йомғаҡтар буйынса 20 кеше грант отто, дөйөм сумма 2,5 миллион һум тәшкил итте.
Грантҡа лайыҡ булыусыларҙың береһе — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Байрас Азаматов һөйләүенсә, уның мәғариф проектының маҡсаты — республикала кадрҙар резервын, яңы типтағы бизнес-берләшмә, стартаптарҙы үҫтереү инфраструктураһын булдырыу. Проект эшҡыуарҙар кеүек фекерләү ҡеүәһен булдырыуҙы, компетентлы, ышаныслы һәм киләсәккә йүнәлеш алған йәштәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған кешеләрҙе, бизнес берләшмәләрен, йәмәғәт ойошмаларын һәм дәүләт структураларын берләштерә.
Форсайт-мәктәбе 2018 йылдың майында уҙа. Быйыл октябргә ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу һәм старт планлаштырылған.
Бынан тыш, төрлө компанияларҙың вәкилдәре ҡатнаша.
Киләсәктә лабораторияның мөмкинлектәрен киңәйтеү күҙ уңында тотола. Грант ярҙамында профессионалдар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҡарала.
Йәштәр өсөн проектта ҡатнашыу бушлай.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Йәштәр студент клубтары, студенттар активы һәм студент киң мәғлүмәт саралары» сменаһында ике республика вәкиле: Элина Абдуллина һәм Адель Хөсәйенова грант яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика