ӨФӨ, 2017 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, шаршамбы, 19 июлдә, республикала урыны менән йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе көтөлә. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 19 һәм 20 июлдә ҡайһы бер райондарҙа беҙ аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12,+17, көндөҙ +25,+30 градус тәшкил итәсәк.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел иҫкәндә бинанан сыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Урамда йөрөгәндә ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенеү зарур. Йорттарҙың стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер төшөүе мөмкин. Был йәмәғәт транспорты, реклама таҡталары, ағастар, төҙөлөп бөтмәгән биналарға ла ҡағыла. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға яҡын килеү хәүефле.
Һыу ятҡылыҡтары янында булғанда ярҙан ситкәрәк китергә, һыубаҫар ҡыуаҡтарҙа йәшенмәҫкә, ҡалҡыу урындан аҫҡараҡ төшөргә кәрәк.
Урманда йәшен ваҡытында бейек ағастарҙан алыҫтараҡ тороу зарур, уларҙың олонона тейергә ярамай.
Таулы ерҙә йәшен яҡынлашҡанда аҫҡараҡ төшөргә тырышырға кәрәк. Гөрләүек янында тороу хәүефле.
Далала йәки яланда йәшенергә урын булмағанда, уйһыу ерҙә йәки йырында сүкәйеп ултырырға ҡушыла. Йәшен яҡынлашҡанда ергә ятырға кәрәк. Ҡомло һәм ташлы тупраҡ балсыҡлыға ҡарағанда хәүефһеҙерәк. Сауҡалыҡ һәм яңғыҙ ағас эргәһендә тороу, телефондан һөйләшеү тыйыла.
Әгәр йәшен автомобилдә китеп барғанда башланһа, унан сығырға ярамай. Йәшен салонға инмәһен өсөн тәҙрәләрҙе ябығыҙ.
«Хөрмәте граждандар, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Йәшен ваҡытында телефондан һөйләшергә ярамағанлығын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки уның радиотулҡындары йәшенде «тарта». Шулай уҡ радио-телевизорҙы, электр приборҙарын һүндеререгә кәрәк, — тип аңлаттылар ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Әгәр һеҙгә хәүеф янаһа йәки ҡотҡарыу сараларын үткәреү кәрәклеге хаҡында мөһим мәғлүмәт еткерергә теләһәгеҙ, был хаҡта ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ — «101», ҡала телефонынан «01». Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы телефоны: (347) 233-99-99».