Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2017, 11:22

Төбәк уҡыусылары Владимир Путинға һорау бирә ала

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусылары «Бәйләнештә» социаль селтәрендә НТВ рәсми аккаунты аша Рәсәй Президентына һорау менән мөржәғәт итә ала. 21 июлдә Владимир Путин уларҙың иң яҡшыларына яуап бирә. Был көнгә дәүләт башлығының «Сириус» мәғариф үҙәге тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуы ҡаралған. Һөйләшеү НТВ телеканалының тура эфирында һәм ntv.ru сайтында күрһәтелә.
Сочиҙағы «Сириус» мәғариф үҙәген Владимир Путиндың башланғысы буйынса «Талант һәм уңыш» фонды булдырған, тиелә үҙәктең сайтында. Уның маҡсаты — «сәнғәт, спорт, тәбиғи-фәнни фәндәр өлкәһендә һәләттәрен күрһәткән, шулай уҡ техник ижадта уңышҡа өлгәшкән» балаларҙы иртә асыҡлау, үҫтереү һәм артабан ярҙам итеү. Ай һайын «Сириус» үҙәгенә илдең бер нисә тиҫтә төбәгенән 10-17 йәшлек 600 уҡыусы килә.
Дәрестәрҙе спорт, физика-математика, химия-биология мәктәптәренең уҡытыусылары, шулай уҡ Рәсәйҙең академик музыка, классик балет һәм һынлы сәнғәт өлкәһендәге күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре алып бара. Белем биреү программаһы 24 көнгә иҫәпләнгән һәм оҫталыҡ дәрестәрен, үҙҙәренең өлкәһендә танылыу яулаған профессионалдар менән ижади осрашыуҙарҙы, һауыҡтырыу процедуралары комплексын, уҡыу йылы дауамында иһә дөйөм белем биреү дәрестәрен үҙ эсенә ала.
Сайтта үҙәккә һайлап алыу критерийҙары тураһында белергә һәм һайлап алыу турына ғариза бирергә мөмкин.
Читайте нас: