14:28 (UTC+5), 17 Июль 2017

Республикала 50-шәр мең һум аласаҡ иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларының исемдәре билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын 50 мең һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү ҡаралған. Республика комиссияһына төбәктең 46 район-ҡалаһынан 71 уҡытыусының эштәре тәҡдим ителгәйне. Уларҙың портфолиоһы һигеҙ критерий: уҡыу ҡаҙаныштарының ыңғай динамикаһы һәм уҡыуҙан тыш эшмәкәрлектең ыңғай һөҙөмтәләре; заманса белем биреү технологияларын ҡулланыу; педагогик тәжрибәне дөйөмләштереү һәм таратыу; хәҙерге талаптарға яуап биргән кабинеттарҙың булыуы; квалификацияны күтәреү; һөнәре йәһәттән ҡайтанан әҙерлек; профессиональ конкурстарҙа ҡатнашыу (муниципаль, төбәк, бөтә Рәсәй); материалдарҙы ҡуя белеү буйынса баһаланды.
2007-2016 йылдарҙа конкурс буйынса һайлап алыуҙа 500 уҡытыусы еңеү яулаған.
Конкурс еңеүселәренең исемлеге Башҡортостан Хөкүмәте сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика