Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.3
-0.47
93.68
-0.48
65.54
+0.87
11+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2017, 15:53
Өфөлә «Бурыслы» операцияһы башланды
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 17 июлдә Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү саралары старт алды. Улар 27 июлгә тиклем дауам итә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары полицияның башҡа хеҙмәттәре, суд приставтары менән бергә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф түләмәүселәрҙе асыҡлай.
Баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә административ штрафты ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр.
Түләү ваҡыты уҙған водителдәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Статьяның санкцияһы 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы йәки икеләтә штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.
Теги:
юххди
иҫкәртеү
штрафтар
Читайте нас: