10:53 (UTC+5), 14 Июля 2017

«Өфөнән һөйөү менән!» фильмы бөтә Рәсәй прокатына сыға

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан режиссеры Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән!» комедияһын оҙаҡламай илдең бөтә кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Таҫма Рәсәй кинотеатрҙары буйлап 3 августан прокатҡа сығырға әҙерләнә.
Ул Өфө буйлап прокатта байтаҡ блокбастерҙарҙы уҙып китте һәм ҡарау буйынса беренсе урын алды. Таҫма Мәскәү халыҡ-ара кинофестиваленең махсус программаһы сиктәрендә ыңғай ҡабул ителде.
«Быға ике сәбәп бар: беренсенән, тамашасы күптән инде ошондай һәйбәт һәм күңелле киноны көттө. Икенсенән, фильм сифатлы итеп төшөрөлгән. Актерҙарҙың уйнауы, операторҙарҙың эше, режессура һәм иң мөһиме, тарих – бөтәһе лә юғары кимәлдә. Тамашасы быны күрәсәк!», — тип аңлатма бирҙеләр проектҡа Свердловск киностудияһында. Ул фильмды Рәсәйҙә күрһәтеү идеяһын хупланы.
«Рәсәйҙә нимәнелер ошондай сифат һәм һөйөү кимәле менән эшләүҙәре бик яҡшы. Әйткәндәй, һөйөү бик ныҡ һиҙелә», — тине «This is Хорошо» каналына һәм «YouTube»та «Vlog.pro»ға нигеҙ һалыусы Виталий Голованов.
«Һәйбәт төҫ колориты, яҡшы оператор эше, бик шәп музыкаль композиция. Рәсәйҙә төшөрөлгән һәйбәт комедиялар алтынға ғына түгел, платинаға тиң», — тип билдәләне «Рамона» комикстар нәшриәтенең баш мөхәррире, блогер Руслан Хубиев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика