16:20 (UTC+5), 14 Июля 2017

Башҡортостан уҡыусылары «Һаҡлаусылар, алға!» уйынының финалында ҡатнашыу өсөн «Орленок» балалар үҙәгенә бара

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайты
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайты
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусылары «Һаҡлаусылар, алға!» спорт-белем биреү уйынының финалында ҡатнашыу өсөн «Орленок» бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллана. Команданың составында — ошо ярыштың төбәк этабында еңеүселәр, беренсе урынды алған Бәләбәй районы уҡыусылары, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаған Сибай һәм Дыуан районы вәкилдәре.
Ҡатнашыусыларға ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен, беренсе ярҙам күрһәтеү бурысы тора. Шулай уҡ уларҙы «Роботехника», «Үҙ-үҙеңде яҡлау», «Йүнәлеш алыу», «Экологик хәүефһеҙлек» конкурстары көтә. Уҡыусылар белемдәрен һәм яйға һалынған команда эшен файҙаланып, төрлө эштәрҙе башҡарырға тейеш.
Уйындарҙың маҡсаты — үҫеп килгән быуынды гражданлыҡ һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, тормошта изге маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтеү.
«Орленок» үҙәгенә бөтә илдән 150 бала килер тип күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика