02:34 (UTC+5), 13 Июля 2017

Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистика премияһына дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә башланы

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә башланы. Премия 2016 йылдың сентябренән 2017 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн премия журналистарға, шулай уҡ уларҙың коллективтарына бирелә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия репортаждар, очерктар, документаль повестар, публицистик мәҡәләләр; теле һәм радиотапшырыуҙар; республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында, электрон киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан фотоһүрәттәр шәлкеме; айырым китап булып нәшер ителгән материалдарҙы ҡарай.
Конкурста ҡатнашыу өсөн гәзит, журнал редакциялары, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, урындағы телерадиостудиялар, мәғлүмәт агентлығының хеҙмәт коллективы йыйылышының протоколын йәки район (ҡала) Советы презизидумы ҡарарын; автор хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссияға ебәрелгән мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған хатты; башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәргә рус телендәге аннотацияны; баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙе тәҡдим итергә кәрәк.
Материалдарҙың иҫәбе сикләнмәгән, фоторәсемдәр шәлкеме биш һүрәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш.
Премияға әҫәрҙәрҙе республиканың Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит һәм журнал редакциялары, теле һәм радиостудиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм башҡа ижади коллективтар тәҡдим итә ала.
Дәғүәселәрҙән әҫәрҙәр 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика