07:50 (UTC+5), 13 Июль 2017

I BIKE UFA велопарадында Өфөнән 5 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөләрҙе 15 июлдә I BIKE UFA VII велопарадына саҡыралар. Баш ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы спорт байрамында 5 мең самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Теләгән һәр кем велопарадта ҡатнаша ала. Берҙән-бер шарт – велосипедтың булыуы. Сағыу костюмдар һәм ғәҙәти булмаған велосипедтар өсөн бүләктәр ҡаралған.
Иртәнге сәғәт 11-ҙә Ленин исемендәге майҙанда старт биреләсәк.
Велоуҙыш киләһе маршрут буйынса уҙасаҡ: Ленин исемендәге майҙан – Октябрь проспекты – Октябрҙың 50 йылығы урамы – Цюрупа – Пушкин – Ғафури урамдары. Велопарадтың хәрәкәте Конгресс-холдың үрҙәге майҙансығында тамамланасаҡ.
Өфө хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, велопарадты уҙғарыу ваҡытында бөтә маршрут буйлап ике яҡ транспорт хәрәкәте лә туҡтатыласаҡ, велоколонна уҙғандан һуң асыласаҡ.
Хәрәкәтте ябыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Өфө хакимиәте сайтында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика