04:15 (UTC+5), 13 Июль 2017

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы умартасыһы билдәләнәсәк

Андрей Старостин
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы умартасыһын билдәләйәсәктәр. «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» республика профессиональ оҫталыҡ конкурсы 14 июлдә Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромы майҙансығында үтә. Ойоштороусылары – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге.
Оҡшаш район һәм ҡала ярыштарында беренсе урын яулаусы умартасылар конкурстың ҡатнашыусылары була ала. Ярыш теоретик белемде һәм практик оҫталыҡты тикшереүҙе үҙ эсенә алған ике этаптан торасаҡ.
Төбәк конкурсында еңеүсе 15-17 августа Өфөлә үтәсәк «Һөнәре буйынса иң яҡшы» бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының федераль этабында ҡатнашасаҡ. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуҙары тураһында Ҡырым, Татарстан республикалары, Тула өлкәһе, Байкал аръяғы умартасылары белдергән.
Конкурстың төп бурысы – эштең етештереү һөҙөмтәлелеген һәм сифатын арттырыуған тәьҫир иткән умартасылыҡтың алдынғы хеҙмәт алымдарын асыҡлау һәм пропагандалау; умартасыларҙың һөнәри оҫталығын, уларҙың теоретик белемен һәм практик оҫталығын камиллаштырыу; республикалағы урындағы халыҡтың традицион кәсебен популярлаштырыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика