12:09 (UTC+5), 12 Июль 2017

Республика юғары уҡыу йорттарының береһе Яндекста вуздарҙы эҙләү рейтингында тәүге 20 иҫәбенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика юғары уҡыу йорттарының береһе Яндекста вуздарҙы эҙләү рейтингында тәүге 20 иҫәбенә инде
Башҡорт дәүләт университеты «Яндекс» компанияһының интернет ҡулланыусылары һорауҙары буйынса вуздарҙы эҙләү рейтингында 20-се баҫҡысты биләне. 2016 йылдың июненән 2017 йылдың майына тиклем 335 мең тапҡыр университет хаҡында мәғлүмәт эҙләгәндәр.
Эҙләү популярлығы рейтингына йәй башында «Интерфакс» баҫтырған исемлектән илдең 264 вузы, шул иҫәптән республиканың дүрт юғары уҡыу йорто ингән. Улар араһында беренсе урында — Башҡорт дәүләт университеты, икенселә — Өфө дәүләт нефть техник университеты (51-се урын һәм йылына 211 мең тапҡыр ҡаралған), артабан Өфө дәүләт авиация техник университеты килә (71-се урын һәм 172 мең ҡарау). Исемлектең аҙағында Башҡорт дәүләт аграр университеты (117-се урын һәм 108 мең ҡарау).
Башҡортостанда йәшәүселәрҙә башҡа ҡалаларҙағы университеттар араһында Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты (Мәскәү), М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Ырымбур дәүләт университеты, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты (Мәскәү) популяр.
Рейтингтың беренсе баҫҡыстарында — Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздары: Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Юғары иҡтисад мәктәбе, Санкт-Петербург дәүләт университеты.
Ҡағиҙә булараҡ, кешеләр юғары уҡыу йорттары хаҡында дөйөм мәғлүмәт эҙләй. Һорауҙарҙа «рәсми сайт», «расписание», «факультет», «кафедра», «исемлек» тигән һүҙҙәр йыш осрай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика