Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.73
0
90.47
0
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2017, 09:48
Республика халыҡтың экологик әүҙемлеге буйынса «йәшел рейтинг»тың ун алдынғыһына ингән
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан халыҡтың экологик әүҙемлеге буйынса «йәшел рейтинг»тың ун алдынғыһына ингән. Рейтинг «Экойола» халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә әҙерләнгән һәм заманса экологик йолалар булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә халыҡтың әүҙемлек кимәлен күрһәтә. Ул «Яндекс»тың эҙләнеү статистика мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән. Башҡортостан рейтингта 10 урынды биләй, ә исемлекте Төмән өлкәһе етәкләй.
«Экойола» конкурсы 2016 йылдың февралендә старт алды. «2015 йылда экологик йолалар темаһына ҡыҙыҡһыныу юҡ ине. Хәҙер бөтөнләй икенсе күренеш күҙәтелә, — тип иҫәпләй проект авторы Ольга Лавлинская. — Ағымдағы йылда конкурста Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Белоруссия граждандары ҡатнашты. Абруйлы конкурста еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостандан йәш Ульяна Симакова ла бар, ул икенсе урын алды».
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
экология.рейтингтар
халыҡ
Читайте нас