11:19 (UTC+5), 11 Июля 2017

Журналистарҙың эшенә ҡаршылыҡ тыуҙырғандар язаға тарттырылырға тейеш — Александр Трещёв

https://www.facebook.com/treshchev.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Июндә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «Башҡортостан» ДТРК-ның ижади төркөмөнә һөжүм яһанылар. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, журналистар һыу баҫыу эҙемтәләре тураһында сюжет төшөрөргә килгән. Уларға баҙарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған ир-егет ҡамасауларға булған. Журналист танытмаһын күрһәтеү ҙә уны туҡтатмаған. Баҙар хеҙмәткәре камераны ватҡан һәм ижади төркөмгә үс алыу менән янаған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарына тейешле ғариза килде. Тикшереү дауам итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы Рәсәй адвокаты, юридик фәндәр докторы, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Үҙәк советы ағзаһы Александр Трещёвҡа ошо хәлгә аңлатма биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
«Киң мәғлүмәт саралары хаҡында»ғы закон журналистарға ҙур вәкәләттәр бирә. Кемдер уларға ҡаршылыҡ тыуҙыра икән, ул саҡта был кешеләр язаға тарттырылырға тейеш. Ил президенты бер нисә тапҡыр журналистар үҙ бурысын намыҫлы һәм ғәҙел башҡарырға тейешлеген әйткәйне. Уларға быны эшләргә ҡамасаулағандар өсөн енәйәт статьяһы индерелгән», — тине адвокат.
Уның һүҙҙәренсә, журналистарға һөнәри эшмәкәрлектәрен тормошҡа ашырырға ҡаршылыҡтар тыуҙырған өсөн енәйәт яуаплылығына йәлеп итеү осраҡтары, моғайын, күп түгелдер. Нигеҙҙә эш енәйәти эҙәрлекләү менән түгел, һүҙҙәр менән генә тамамлана. Йыш ҡына журналистарҙың эшенә ҡыҫылған кешеләр — һаҡсылар һәм башҡалар бер ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырылмай һәм эштән бушатылмай.
Рәсәй Енәйәт кодексының 144 статьяһы буйынса хоҡуҡ боҙоусыға алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай, уның билдәле вазифалар биләү хоҡуғы тартып алына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика