08:30 (UTC+5), 11 Июль 2017

Республиканың йәш игенселәре – илдә иң яҡшылары

БР Мәғариф министрлығы сайтынан
БР Мәғариф министрлығы сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың йәш игенселәре Орлов өлкәһендә Бөтә Рәсәй уҡыу-етештереү бригадалары слетында юғары күрһәткестәргә өлгәште.
Республиканан Бишбүләк районының Ҡушйылға һәм Айыт урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары йыйылмаһы сығыш яһаны. Слет сиктәрендә һигеҙ номинация (баҫыусы, йәшелсәсе, баҡсасы, машина менән һауыу операторы, малсы, уҡыу-етештереү бригадаһы бригадиры, һабансы, ландшафт дизайны элементтары менән сәскәсе) буйынса агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре конкурстары үтте.
Башҡортостан уҡыусылары команда менән беренсе урын, шулай уҡ шәхси беренселектә: «йәшелсәсе» номинацияһында – беренсе, «һабансы» һәм «баҫыусы» номинацияларында, шулай уҡ «Башланғыс фермер» конкурсында – икенсе урын яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығында.
Н.В.Парахин исемендәге Орлов дәүләт аграр университеты нигеҙендә уҙған слетта ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы командаһынан тыш, Алтай крайы, Белгород, Киров, Кострома, Липецк, Новосибирск, Орлов өлкәләре, Ставрополь крайы уҡыу-етештереү бригадалары йыйылды.
Сараны ойоштороусылар: Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Федераль балалар экологик-биология үҙәге, Орлов өлкәһе хакимиәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика