08:10 (UTC+5), 10 Июля 2017

Транспорт сараларын теркәүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. ОСАГО полисы теркәү өсөн мотлаҡ документтар исемлегенән төшөрөлә. Был хаҡта мәғлүмәттәрҙе электрон төрҙә алыу ҡаралған, тип хәбәр итә ТАСС. Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһында транспорт сараларын теркәү ҡағиҙәләрен үҙгәртте, шулай уҡ ведомствоның административ регламентына төҙәтмәләр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөн, 10 июлдә үҙ көсөнә инә.
Документ иҫкереү, коррозия йәки идентификация номерҙары менән ремонтлау һөҙөмтәһендә үҙгәргән транспорт сараларын теркәү тәртибен аныҡлай. Ошондай транспорт сараларын идентификациялау мөмкин булғанда уларҙы теркәргә була.
Яңы ҡағиҙәләр транспортты тикшереү һәм документтар йыйыу процедураһын төшөрөп ҡалдырып, уның ҡарау урынына тапшырыу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Был Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биргән осраҡта ғына мөмкин. Өҫтәүенә транспорт сараһын теркәү өсөн мотлаҡ документтар исемлегенән ОСАГО полисы алынған. Ошо хаҡта мәғлүмәттәрҙе электрон төрҙә алыу ҡаралған.
Яңы ҡағиҙәләр мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн транспорт сараларын теркәүҙе ябайлаштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика