06:22 (UTC+5), 10 Июля 2017

Баш ҡалалағы зоопаркта алты арыҫлан һәм юлбарыҫ балаһы тыуған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөләге «Саванна» зоопаркында бесәй һымаҡтар ғаиләһе тулылынды. Өс аҙна самаһы элек бер юлы өс арыҫлан һәм өс юлбарыҫ балаһы донъяға килде.
Йәнлектәр үҙҙәрен яҡшы тоя, тип хәбәр итте зоопарк директоры Армен Хачатурян.
«Улар бәләкәй булһа ла, берәүһе бик шуҡ: беҙ уны тегеләре һәйбәтләп ашаһын өсөн башҡаларынан бер сәғәткә айырым ултыртып торабыҙ, сөнки ул ҡамасаулай», — тип һөйләне Армен Хачатурян «Комсомольская правда-Уфа» гәзитенә биргән интервьюһында.
Бер нисә аҙнанан, йәнлектәр бер аҙ үҫкәс, теләге булғандар улар менән фотоға төшә аласаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе зоопарк директоры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика